Көнсығыш финалы был йылы бик көсөргәнешле үтте. Тик бына юлаевсыларҙың 4:0 менән осоп сығыуы көйәрмәндәрҙең генә түгел бөтә спорт һөйөүселәрҙең күңеленә ауыр булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярымфиналда "Салауат Юлаев" "Аҡ барс" командаһынан еңелде. Финалда "Аҡ барс" Омск ҡалаһынан "Авангард" командаһы менән осрашты. Өсөшәр еңеү булды командаларҙа. Тик "Авангард" етеҙерәк булып сыҡты. Финалда Омск командаһы, "Аҡ барс" ялға китте.