+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июль 2021, 11:44

Башҡортостан уҡсылары еңеү яуланы

Ике миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән төбәктәр төркөмөндә Башҡортостандың йыйылма командаһы, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды алды.

Башҡортостан уҡсылары еңеү яуланы
Башҡортостан уҡсылары еңеү яуланы

Краснодарҙа йәштәр араһында уҡтан атыу буйынса бишенсе спартакиадала Башҡортостан исеменән Өфөнән, Салауаттан, Мәләүездән һигеҙ спортсы ҡатнашты.

Дүрт спортсы – Станислав Черемискин, Азалия Ғиниәтова, Марат Хәмиҙуллин һәм Ярослав Кальянов миҙал өсөн көс һынашты.

Классик уҡта иң мәргәне тип юниорҙар араһынан Станислав Черемискин танылды. Өфө егете, Свердловск өлкәһенән Артем Русинды һәм Мәскәүҙән Ян Константиновты артта ҡалдырып, алтын миҙал яуланы.

Республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Черемискин, Хәмиҙуллин һәм Кальянов классик уҡта еңеү пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелде.

Ике миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән төбәктәр төркөмөндә Башҡортостандың йыйылма командаһы, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды алды. Дөйөм команда иҫәбендә илдең 33 төбәге араһында яҡташтарыбыҙ Мәскәү, Бүрәт Республикаһы һәм Байкал аръяғы крайынан һуң дүртенсе урынға сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/1619401-bashkirskie-luchniki-serebryanye-prizyery-spartakiady-molodyezhi-rossii-/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: