-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Август 2021, 10:12

Хәйбулла һыбайлыһы Айгиз Тазетдинов еңеүсе булды

«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының етенсе этабы уҙҙы.

Хәйбулла һыбайлыһы Айгиз Тазетдинов еңеүсе булды
Хәйбулла һыбайлыһы Айгиз Тазетдинов еңеүсе булды

Был юлы ярышта Дүртөйлө, Салауат, Хәйбулла, Шишмә, Иглин райондары вәкилдәре осрашты. Ике хәл иткес сабыш йомғаҡтары буйынса Хәйбулла һыбайлыһы Айгиз Тазетдинов еңеүсе булды.

Киләһе, һигеҙенсе, этап 28 августа ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» турниры тәүге тапҡыр 2019 йылда республика ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан уҙғарылды. Проекттың төп маҡсаты — республика төбәктәрендә йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫеш кимәлен арттырыу ярҙамында башҡорт аты генофондын үҫтереү.

Ярыштар милли традицияларҙы һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән дә бик мөһим. Унда республиканың барлыҡ райондары ла ҡатнаша алһын өсөн турнир махсус рәүештә бер нисә этапҡа бүленгән.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: