+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2021, 11:39

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы яңы миҙгелде еңеүҙәр менән башланы

Күҙ тейеп ҡуймаһын! Матур еңеүҙәр менән башланған миҙгел Гагарин Кубогын яуларға насип итһен.

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы яңы миҙгелде еңеүҙәр менән башланы
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы яңы миҙгелде еңеүҙәр менән башланы

3 сентябрь юлаевсылар Ҡаҙағтандың "Барыс"ы менән сәкән кисеште. 5:1 иҫәбе менән Өфө командаһы Нур-Солтан командаһын еңде. Был осрашыуҙа беҙҙең команданың яңы һөжүмсеһе – Николай Кулёмин өс гол авторы булды. Берешәр мәрәй Джеф Плэтт менән Сергей Шмелев өҫтәнеләр.

5 сентябрь "Салауат Юлаев" командыһы Екатеринбургтың "Автомобилист" командаһы менән осрашты. Иҫәп 2:4 - юлавсылар алда! Гол авторҙары: Тему Хартикайнен, Александр Кадейкин, Сакари Маннинен һәм Джеф Плэтт. 

Киләһе уйын 7 сентябрь. Был көн беҙҙең хоккейсылар Магниторгорск ҡалаһының "Метталург"ы менән осрашасаҡ.

Фото: ХК "Салауат Юлаев"

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: