Әле генә Магнитогорск ҡалаһында "Салауат Юлаев" командаһы ялҡынлы хоккей күрһәтте. Гел шулай барһа Кубок беҙҙә булыр тип ышанабыҙ.
Өсөнсө тапҡыр юлаевсылар еңеү яуланылар. Был миҙгел беҙҙең өсөн бик уңышлы башланда. 2:7 "Металлург"-"Салауат Юлаев". Ура!
Магниттың һөжүмсеһе хатта яуырыны менән гол индерҙе. Иҫәп 2:4 булғанда "Металлург" уйнарға тырышты, ләкин 2:6 булған саҡта әллә хәлдәре бөттө, әллә миҙгел башында тырышыу мотлаҡ түгел тигән кеүек булды.
Киләһе осрашыу "Өфө-Арена" боҙ һарайында 9 сентябрь була. Юлаевсылар Мәскәүҙең "Спартак" командаһын "ҡунаҡ" итәсәк.
фото: "Салауат Юлаев" ХК