+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2021, 21:36

"Йәшел дерби" нисек үтте?

Әле генә "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" менән "Аҡ Барс" сәкән киҫеште.

"Йәшел дерби" нисек үтте?
"Йәшел дерби" нисек үтте?

Юлаевсылар беренсе осорҙа бик шәп башлаған инеләр, ләкин әллә хәлдәре бөттө, әллә бәхет кошо беҙҙең яҡта булманы. Гол булманы. Икенсе осор Ҡаҙан хоккейсылары футболсылар кеүек ҡыланып түш менән гол индерҙеләр. Аҙыҡ ике мәрәйгә еткерҙеләр. Шул мәл Өфө командаһы "уянып" китте һәм бер-бер артлы ике гол индереп иҫәпте тигеҙләне. Гол аралары 39 секунд. Беренсе мәрәйҙе Шәкир Мөхәмәҙуллин икенсеһен Данил Алалыкин "Салауат Юлаев" командаһына килтерҙе. Өҫтәлмә осор ҙа ла еңеүсе булманы. тик бына буллиттар, йәки ҡапҡа һаҡсылары көрәшендә "Аҡ Барс" яҡшыраҡ булды. Иҫәп 2:3.

Киләһе осрашыу 15 октябрь. Юлаевсылар Екатеринбургта "Автомобилист" командаһында ҡунаҡта.

фото: ХК "Салауат Юлаев"

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: