+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь 2021, 23:45

"Трактор" алдыңғыны бирҙе

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы күрше Силәбе өлкәһе хоккейсылары менән сәкән киҫеште.

"Трактор" алдыңғыны бирҙе
"Трактор" алдыңғыны бирҙе

17 октябрь Магнитогорск ҡалаһының "Металлург" командаһын 2:5 иҫәбе менән еңһә, бөгөн Силәбенең "Трактор"ын 1:6 иҫәбе менән ҡыйратты. 

Беренсе осорҙың өсөнсө минытында беҙҙең һөжүмсе Данил Башкиров Роман Виллдың ҡапҡаһын алды. Осорҙон аҙағында Григорий Панин ткенсе мәрәй командабыҙға килтерҙе. Икенсе осорҙы Павел Коледов менән Сакари Маннинен иҫәпте 0:4 еткерҙе. Өсөнсө осорҙа Силәбеләр ҡапҡасыһын алмаштырҙы. Эмиль Ғарипов сыҡты. Ләкин Николай Кулёмин менән Сакари Маннинен Ғариповҡа ла ике гол индерҙе. "Трактор"ҙың һөжүмсеһе Тему Пулккинен аҙаҡҡы ососрҙа бер генә гол индерҙе. Иҫәп 1:6. Салауат - алға!

21 октябрҙә “Салауат Юлаев” хоккейсылары Мәскәүҙә ЦСКА командаһы менән осрашасаҡ. 

фото: "Салауат Юлаев" хк сайтынан. Юха Метсола шайбаға ташланған сағы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: