+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2021, 20:55

"Салауат Юлаев" дүрт тапҡыр ҡыуандырҙы!

Беҙҙең хоккейсылар еңеүҙәре менән көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Афарин! "Локомотив" еңелде.

"Салауат Юлаев" дүрт тапҡыр ҡыуандырҙы!
"Салауат Юлаев" дүрт тапҡыр ҡыуандырҙы!

Беҙҙең хоккейсылар еңеүҙәре менән көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Афарин! "Локомотив" еңелде.

Бөгөн "Өфө-Арена" боҙ һарайында юлаевсылар Ярославль ҡалаһынан "Локомотив" командаһын "ҡунаҡ" итте. Бик көслө команда. Өҫтәлмә осорҙа ла алдыңғыны бирмәнеләр тимер юлсылар. Тик буллитар ғына еңеүсене билдәләне. 4:3 "Салауат Юлаев" - "Локомотив".

Әйтергә кәрәк беҙҙең хоккейсылар һуңғә дүрт уйында алдыңғыны бирмәне. "Металлург" Мг, "Трактор", ЦСКА һәм "Локомотив" юлаевсыларҙы еңә алманылар.

Киләһе уйын 26 октябрь. Беҙҙә ҡунаҡта "Северсталь" (Череповецк) командаһы.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: