Беренсе осорҙа Өфө командыһы беренсе иҫәпте асты. Беҙҙең һөжүмсе Александар Кадейкин 11-се минутта "Куньлунь РС" ҡапҡасыһын отто. Күп тә үтмәй Ҡытай командаһы яуап ҡайтарҙы. Икенсе һәм өсөнсө осорҙа ла командалар берешәр гол индерҙе. Өс осор тамамланыуға 3:3 ине. Овертаймда Башҡортостан хоккейсылары көслөрәк булып сыҡты. 3:4 - "Салауат Юлаев" алда!
Киләһе уйын 22 декабрҙә Мәскәүҙә буласаҡ. Өфө командыһы баш ҡаланың "Спартак" командаһы менән осрашасаҡ!
фото: https://hcsalavat.ru/