+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Декабрь 2021, 09:10

Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы

Өфөнән фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина наградалары менән ҡыуандыра.

Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы
Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы

Ошо көндәрҙә Смоленскиҙа рапирасы Рәсәй кубогында тәүгеләрҙән булып алтын миҙал яуланы.

Заһиҙуллина 83 ҡатнашыусы араһында иң шәп спортсы булды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Пьедесталдың икенсе баҫҡысында — Петербург вәкиле Александра Сундучкова, өсөнсө урынды Мәскәүҙән Светлана Трипалина һәм Татарстандан Марта Мартьянова бүлеште.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: