"Салауат Юлаев" командаһында КХЛ-дың плей-офф уйындарының көнсығыш конференцияһының сирек финалының икенсе осрашыуында сит ил легионерҙары ҡатнашманы...
Джефф Плэтт менән Маркус Гранлунд үҙ иленә ҡайтып киткәндән һуң плей-оффтың икенсе уйынында Тему Хартикайнен, Сакари Маннинен, Юха Метсола һәм Филип Ларсен да юлаевсылар командаһынан китте.
"Себер" менән "Салауат Юлаев" командалары тик Рәсәй хоккейсалары менән "Өфө-арена" боҙона сыҡты. Әйтергә кәрәк, Өфөлә алтмыш йылдан ашыу шәп уйынсылар әҙерләү менән дан алған. Был юлы ла юлаевсылар алдыңғы булды.
"Салауат Юлаев" - "Себер". 4:2. Беҙ алға сыҡтыҡ! Сирек финалдың иҫәбе - 2:0.
Киләһе осрашыу Новосибирск ҡалаһында 6 март. Башлана 13.30 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты).
фото: https://hcsalavat.ru/