Әле генә Силәбелә КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһының финалына сығыу өсөн “Салауат Юлаев” командаһы урындағы “Трактор”ҙың хоккейсылары менән сәкән киҫеште һәм еңеүсе булып сыҡты.
Иҫәп 0:1, "Салауат Юлаев" алға сыҡты!
Беренсе осор ике команда ла тигеҙ уйнанылар тиһәк дөрөҫ булыр. Бер береһен һынап ҡарағандан һуң икенсе осорҙа юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Степан Санников йәшен тиҙлегендәй гол индерҙе. “Трактор”ҙың ҡапҡасыһы хатта аптырашта ҡалды. Судьялар видеоны ҡарарға мәжбүр булды. “Ҡапҡаны алыу булды”, тип Салауаттың көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы.
Киләһе осрашыу 19 март. Силәбе ҡалаһының боҙ һарайы. Башлана сәғәт 16.30.