Бөгөн “Өфө-арена” боҙ һарайында КХЛ плей-офф чемпионаты көсығыш конференцияһының финалына сығыү өсөн Өфө менән Силәбе хоккейсылары өсөнсө тапҡыр көс һынашты.
Беренсе осорҙа юлаевсыларҙың һөжүмсөһе Глеб Кузьмин командаһын алға сығарҙы. Һеләүһен тиҙлеге менән борттан сыҡҡан шайбаны эләктереп алды ла “Трактор”ҙын ҡапҡаһына “атты”. Икенсе осор беҙҙең команда шайбаны “ысҡындырманы”. Икенсе гол оҙаҡ көттөрмәне. Виктор Тихонов уның авторы. Ике команданың хоккейсылары ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы. Штарф артынан штраф. Беҙҙең команда күпселлектә уйнағанда хаталандылар. “Трактор”сылар иҫәп асты.
Өсөнсө осор юғары тиҙлектә үтте. 4 юлаевсыға ҡаршы 6 тракторсы сәкән киҫешкән мәлдә штрафта булған беҙҙең Владислав Картаев сыға һәм “Трактор”ҙың буш ҡапҡаһына Николай Кулемин өсөнсө гол индерә.
“Салауат Юлаев” - “Трактор”. 3:1. Үҙеңден боҙ һарайы, көйәрмәндәрең дә ярҙам иткәндер ул.
Дөйөм иҫәп: 2:1. “Салауат Юлаев” алда!
Киләһе осрашыу 23 март. Өфө, башлана 19.00 сәғәттә.
фото: https://hcsalavat.ru/