+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2022, 08:20

Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы чемпионы Ғафури егете Илсур Исхаҡов

Әйткәндәй, Төньяҡ баш ҡалала иң шәп спортсылар исеменә 23 команданан 120 спортсы көс һынашты.  

Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы чемпионы Ғафури егете Илсур Исхаҡов
Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы чемпионы Ғафури егете Илсур Исхаҡов

Башҡортостан спортсыһы өлкәндәр кимәлендә беренсе тапҡыр Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы беренселеге һәм чемпионаты еңеүсеһе исемен яуланы. 64 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Ғафури районынан 23 йәшлек Илсур Исхаҡовҡа етеүсе булманы. Финалда яҡташыбыҙ Силәбе егетен еңде.

Республика Шахбокс федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Исхаҡовтың шахмат буйынса тәүге тренеры — атаһы Сабир Исхаҡов. Ул һаман да Ҡауарҙы ауылында тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә.

Бокс менән Илсур 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡығанда шөғөлләнә башлаған. Инженер факультетын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт иткән, ҡайтҡас, шахбокс менән мауыға башлаған. Бер йылдан һуң Санкт-Петербургта Рәсәйҙең шахбокс федерацияһы беренселегендә һәм чемпионатында беренсе урын алған.

Әйткәндәй, Төньяҡ баш ҡалала иң шәп спортсылар исеменә 23 команданан 120 спортсы көс һынашты.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-03-21/sportsmen-iz-bashkirii-vpervye-za-vzroslom-urovne-stal-chempionom-federatsii-shahboksa-rossii-2736747

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: