+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2022, 09:45

Беҙҙең хоккейсыларға күҙ тейгән

"Салауат Юлаев" менән "Трактор" командаларының дүртенсе һәм бишенсе осрашыуы юлаевсыларҙың көйәрмәндәрен көйәләндерҙе.

Беҙҙең хоккейсыларға күҙ тейгән
Беҙҙең хоккейсыларға күҙ тейгән

"Салауат Юлаев" менән "Трактор" командаларының дүртенсе һәм бишенсе осрашыуы юлаевсыларҙың көйәрмәндәрен көйәләндерҙе.

Дүртенсе осрашыу Өфөлә үтте. Беҙҙең команда 1:7 иҫәбе менән еңелде. Шок тип атаһаҡ быны бик йомшаҡ булыр ул. Бишенсе осрашыу Силәбелә үтте һәм тағы ла 2:1 менән беҙҙекеләр еңелде.

Ауылда торған ағайым "күҙ тейгән", тине лә 27 март беҙ еңәбеҙ, тип өҫтәп ҡуйҙы.

Дөйөм иҫәп - 3:2. "Трактор" алға сыҡты.

Киләһе осрашыу 27 март. Өфө. Башлана 17.00.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: