+9 °С
Облачно
Спорт
29 Августа 2022, 07:43

Башҡортостан биатлонсыларының миҙалдары

Республика спортсылары биатлон буйынса БДБ кубогының беренсе этабында еңеү яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан биатлонсыларының миҙалдарыБашҡортостан биатлонсыларының миҙалдары
Башҡортостан биатлонсыларының миҙалдары

Сочиҙа биатлон буйынса Берҙәмлек Кубогының беренсе этабы тамамланды. Башҡортостан спортсылары шәп һөҙөмтәләр күрһәтте. Антон Бабиков спринтта һәм масс-стартта ике алтын миҙал яуланы. Эдуард Латипов спринтта — икенсе, эҙәрлекләү ярышында өсөнсө булып килде. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 28 августа үҙенең телеграмма-каналында Башҡортостан биатлонсыларын еңеүҙәре менән ҡотланы.

«Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм биатлон һөйөүселәрҙе ошо еңеү менән ҡотлайым. Кесе йоманан егеттәр Рәсәйҙең — спорт державаһы, ә Башҡортостандың ҙур еңеүҙәр төбәге икәнен иҫбатланы», — тип яҙҙы ведомство етәксеһе.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас