

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары Минск ҡалаһының “Динамо” командаһы менән осрашты. Беренсе осорҙын икенсе минутында боҙ хужалары иҫәпте асып ты ебәрә. Беҙҙең Александр Хмелевский штрафниктар эскәмйәһенә ултырыу менән Минск легионеры Райан Спунер командаһына беренсе мәрәй килтерә. Беренсе осор тамамланыуға барғанда шул уҡ беҙҙең һөжүмсе Александр Хмелевский “хатаһын” төҙәтә. Динамовсы Брендон Козунға штраф һалына, беҙҙең команда күпселектә иҫәпте тигеҙләй.
Икенсе осор 38-се минутҡа хәтлем командалар көс һынашты. Ләкин шул минуттан шундай пыран-заран китте. Юлаевсы Николай Кулеминға ике минутлыҡ штраф һалынды, Райан Спуннер “Динамо” өсөн тағы бер мәрәй килтерҙе. Осор тамамланыуға 14 секунд ҡалғас Өфө хоккейсыһы Евгений Бирюков сәкәне менән динамовсыны һуҡҡаны өсөн ике минтлыҡ штраф алды. Минск хоккейсылары быға шатланышып һөжүмге китте, ләкин бер секундта ике уйынсылары штраф эскәмйәһенә оҙатылды. Душак Джозеф – симуляция, Козун Брендон – аяҡ салғаны өсөн. Икенсе осор – 2:1 менән тамамланды.
Өсөнсө осор башында динамовсы Ник Мерклиға - биш минутлыҡ штраф сәпейҙәр, тубыҡ менән тибеү өсөн. Күп тә үтмәй Минск һөжүмсеһе Алексей Емелинға ла арбитр 2 минутлыҡ штраф һала. Юлаевсылар 5:3 уйнай һәм Сергей Шмелев иҫәпте тигеҙләй. Ә Александр Хмелевский оҙаҡ көттөрмәй “Салауат Юлаев”ты алға ла сығара. 2:3.
“Динамо” осрашыуҙын аҙағында ҡапҡасыһын запасҡа ебәрә. Алтыға биш уйыны беҙҙең Евгений Бирюковты, һуғыш суҡмары тип 4 минутлыҡ штраф бирелә. Алтыға дүрт уйында “Салауат Юлаев” көслөрәк булды. Юлаевсы Владислав Картаев буш ҡапҡаға шайбаны ебәрә.
“Динамо” Минск - “Салауат Юлаев”. 2:4. Беҙҙең көтөп алған еңеү!
Киләһе уйын 9 сентябрь, “Өфө-Арена” боҙ һарайында үтәсәк. Башлана 19,00 сәғәттә.
Фото: https://hcsalavat.ru/