Бөгөн Өфөлә КХЛ беренселегенең быйылғы миҙгеленең беренсе уйыны үтте. «Салауат Юлаев» Силәбе ҡалаһының “Трактор”ың “ҡунаҡ итте”.
Беренсе осорҙоң 22-се секундында уҡ “Трактор”ҙың һөжүмсеһе Антон Бурдасов юлаевсыларҙың ҡапҡасыһын Илья Ежовты отто. Дүрт минут һәм Силәбеләрҙен Тему Пулккинендың штраф алыуы беҙҙең Станислав Бочаровка иҫәпте тигеҙләргә мөскинселек бирҙе. Көсөргәнешле беренсе осор тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Икенсе осорҙа хоккейсылар юғары тиҙлек менән уйнай башланалар. Юлаевсыларҙың хатаһы “Трактор”ҙың һөжүмсеһе Максим Шабанов командаһына бер мәрәй килтерҙе. 24 секунд ҡына кәрәк булды “Салауат Юлаев”ҡа. Беҙҙең Степан Санников иҫәпте тигеҙләй.
Өсөнсө осорҙа беҙҙең Александр Хмелевский күк һыҙыҡтан елле гол индерҙе.
Ура! Салауат алда! Иҫәп 3:2.
Әйтергә кәрәк, юлаевсыларҙың яңыртылған составы яҡшыраҡ уйнай башланы.
Бөгөнгө еңеүҙән һуң "Салауат Юлаев" командаһы КХЛ-дың көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында икенсе урынға күтәрелде.
Киләһе осрашыу 12 сентябрь. “Өфө-Арена” боҙ һарайы. Беҙгә “Спартак” “ҡунаҡҡа” киләсәк. Башлана – 19.00 сәғәттә.
Нәсимә Бикбулатова фотолары