Бөгөн “Өфө-Арена” боҙ һарайы геү килде. Мәскәү хоккейсылары Өфөлә ҡунаҡ булды. Нисек уйнанылар?
Беренсе осор ике команда ла шәп уйын күрһәтте. Тик “Спартак”тар күпселек штраф эскәмйәһендә ултырҙы. Көйәрмәндәр бигерәк беҙҙең Ярослав Цулыгин өсөн ҡайғырҙыҡ. Уға Шейн Принс аяҡ салды һәм өҫтөнә йығылды. Слава бортҡа һуғылып аңын юғалтты. Атаһы, “Салауат Юлаев” командаһы тренеры, Николай Цулыгин нисек түҙеп торған икән? Уға ғына билдәле. Принсҡа 5 минут штраф сәпенеләр, тик юлаевсылар был мөмкинселек менән файҙалана алманы.
Икенсе осор Өфө хоккейсылары өсөн катастрофа булды. Бер-бер артлы өҫ шайба беҙҙең ҡапҡала булып сыҡты. 0:3, “Спартак” алға сыҡты. Өсөнсө осор иһә юлаевсылар бер генә гол индерә алды. Гол индереүсе - Сергей Шмелев.
1:3, “Спартак” көнбайыш конференцияһында беренсе урынға сыҡты. “Салауат Юлаев” көнсығыш конференцияһында 5-се урынға төштө.
Киләһе уйын 15 сентябрь. Владивосток ҡалаһы. Башлана 12:30 МСК.
фото: https://hcsalavat.ru/