Ике көн элек Владивосток ҡалаһының “Фетисов-арена”ла беҙҙең хоккейсылар “Адмирал“ командаһынан “ҡоролай” еңелде.
Реванш бер гол менән генә килеп сыҡманы. “Салауат Юлаев” беренсе булып иҫәпте асты. Икенсе осорҙа “Адмирал” иҫәпте тигеҙләй.
Өсөнсө осорҙа берәү ҙә алдыңғыны бирмәй, уйын дүртенсе осорға күсә. Овертаймда боҙ хужалары көслөрәк булып сыға. Иҫәп 2:1. “Адмирал” үҙ “өйөндә” көслө икән.
КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 7-се урында. Ете уйын үткәреп тик икәүһендә генә еңеүсы булды.
Киләһе уйын 19 сентябрь. “Амур” (Хабаровск) - “Салауат Юлаев”. Башлана: 12.00 (Мәскәү ваҡыты).
Фото: https://hcsalavat.ru/