+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2022, 18:15

Алыҫ көнсығыштағы сәфәр тамам. "Салауат Юлаев" - афарин!

Бөгөн Хабаровск ҡалаһында "Салауат Юлаев" менән "Амур" КХЛ-дың быйылғы миҙгелендә икенсе тапҡыр осрашты.

Алыҫ көнсығыштағы сәфәр тамам. "Салауат Юлаев" - афарин!
Алыҫ көнсығыштағы сәфәр тамам. "Салауат Юлаев" - афарин!

Хабаровск ҡалаһында "Салауат Юлаев" менән "Амур" КХЛ-дың быйылғы миҙгелендә икенсе тапҡыр осрашты. Беренсеһендә "Амур"ҙы "ҡоролай" еңһәләр (0:2), икенсеһендә буллиттар серияһында юлаевсылар алға сыҡты (2:3).

Беҙҙең команданы алға сығарыусы хоккейсылар: Александр Хмелевский, Сергей Шмелев (ике гол).

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 5-се урында. 9 уйын үткәреп 4-дә еңеп сыҡты.

24 сентябрь "Өфө-арена"ла "Салауат Юлаев" Минск ҡалаһының "Динамо"һы менән сәкән киҫешәсәк. Башлана 16.30 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: