+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2022, 19:37

Ҡара кейем кейеп "Салауат Юлаев" еңеү яулаған

Бөгөн "Өфө-арена" боҙ һарайында юлаевсылар Минск ҡалаһының "Динамо" командаһы менән сәкән киҫеште. Әйтергә кәрәк был миҙгелдә "Салауат Юлаев" хоккейсылары беренсе тапҡыр ҡара кейемдә уйнарға сыҡты.

ФОНБЕТ КХЛ регуляр чемпионатының быйылғы миҙгелендә "Салауат Юлаев" хоккейсылары "Динамо Мн" командаһы менән икенсе тапҡыр осраша. Беренсеһендә беҙҙең хоккейсылар 2:4 менән еңеп сыҡҡан ине, был юлы уйын буллиттарға барып етте. Юлаевсылар тағы ла отҡор булды. 3:2. Беҙ алда!

Беҙҙең команданы өсөн берешәр мәрәй Александр Хмелевский, Сергей Шмелев һәм буллитта еңеү голы индереүсе Николай Кулемин булды.

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 3-се урында. 10 уйын үткәреп54-дә еңде.

27 сентябрь "Өфө-арена"ла "йәшел дерби" "Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: