-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2022, 21:24

"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Миҙгелдә беренсе осрашыу. Радулов беҙгә ҡаршы уйнаны

Юлаевсыларҙың элекке "йондоҙо" Александр Радулов бөгөн беҙҙең командаға ҡаршы уйнаны. Нисек булды?

Беренсе осор командалар тигеҙ уйнаны. Икенсе осор хоккейсылар штраф эскәмйәһенә йышлай башланы.
"Салауат Юлаев" күпселектең файҙаһын ала алманы. Хатта 4/3 уйнағанда ла. Йәл...
Ҡаҙан хоккейсыларына оҙаҡ тормай "бәхет" йылмайҙы. Өфө командаһы һаҡсыһы Райан Мерфи 5 минутлыҡ штраф ала. Иҫәп 0:1.

Өсөнсө осор "Аҡ барс" өсөн еңеү осоро. Яуапһыҙ 2 гол һәм "ҡунаҡтар" еңеүсе. 0:3.

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 5-се урында. 11 уйын үткәреп 5-дә еңеүсе.

30 сентябрь Силәбелә "Салауат Юлаев" "Трактор" менән сәкән киҫешәләр. Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: