

Өфөнән Дали Ишбирҙин тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды. Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды яуланы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Еңеүсе – Александр Пряжников (Мәскәү). Икенселә – Юрий Кириченко (Краснодар крайы), өсөнсөлә – Рафаэль Камалов (Һамар өлкәһе).
Ярыштар Нальчикта (Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы) 30 сентябргә тиклем бара.