Әле генә “Өфө-арена” боҙ һарайында “Салауат Юлаев” менән “Аҡ барс” командаларының уйыны тамамланды.
Беренсе осор Өфө командаһы өсөн бик уңышлы үтте. Юлаевсылар Иван Дроздов менән Сергей Шмелев “Аҡ барс”тың ҡапҡаһын алды. 2:0. Күтәренке күңел менән беҙҙекеләр тәнәфескә китте.
Икенсе осор иһә Ҡаҙан командаһы “тешен” күрһәтте. Бер гол индерҙе. Тик осор аҙағында беҙҙең һөжүмсе Сергей Шмелев иҫәпте тағы ла үҙгәртә. 3:1.
Өсөнсө осор. Был осорҙа “Салауат Юлаев” командаһының һөжүмсеһе Владислав Картаев бөтөнләй “Аҡ барс”ты сафтан сығара.
Иҫәп: 4:1. Юлаевсылар икенсегә Ҡаҙан командаһын еңә.
КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 3-сө урында. 22 уйын үткәреп 14-дә еңеүсе булды.
29 октябрь "Салауат Юлаев" үҙенең боҙ һарайында "Барыс" (Каҙағстан) менән сәкән киҫешә. Башлана 16.30 (Өфө ваҡыты).
Фото: https://hcsalavat.ru/