+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2022, 08:14

Юлаевсылар Ҡытай хоккей командаһын еңеп ҡайтты

"Салауат Юлаев" менән "Куньлунь Ред Стар" хоккей командалары Мәскәү өлкәһенең Мытищи ҡалаһында сәкән киҫеште.

Динамик рәүештә башланған уйында беренсе голды юлаевсыларҙың һаҡсыһы Шәкир Мөхәмәҙуллин индерҙе. Уға Данил Аймырҙин ярҙам итте. 10 секунд үтеү менән Пекин командаһының һөжүмсеһе Паркер Фу иҫәпте тигеҙләй.

Аҙаҡ "Куньлунь РС" беҙҙең командаға ике тапҡыр күпселекте "бүләк итә". Беҙҙең һөжүмсе Иван Дроздов был бүләкте ҡыуанып ала һәм үҙенең командаһына ике мәрәй килтерә. Уйын аҙағында Ҡытайҙар ҡапҡасыны алтынсы уйынсы итеп уйнап ҡарай, ләкин "Салауат Юлаев"тың капитаны Григорий Панин дүртенсе голды ла буш ҡапҡаға индерә.

Иҫәп 1:4. 

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 1-се урында. 27 уйын үткәреп 17-дә еңеүсе.

11 ноябрь "Салауат Юлаев" Өфөлә "Авангард" (Омск) командаһын "һыйлай". Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: