+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ноябрь 2022, 14:10

Башҡортостанда биатлон буйынса Рәсәй кубогы үткәрелә

Декабрь айында Башҡортостанда биатлон буйынса Рәсәй кубогы уҙғарыла. Был хаҡта социаль селтәрҙә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.  

13-19 декабрҙә Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүртенсе этап ярыштары ойошторола. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 150 спортсының ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостанда биатлон Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Ишембай һәм Белорет райондарында үҫешә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-11-22/v-bashkirii-proydet-kubok-rossii-po-biatlonu-3040413

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: