+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2022, 22:13

"Салауат Юлаев" һуңғы ваҡыт көйәрмәндәрен ҡыуандырмай

Бөгөн Ҡаҙағстанда "Салауат Юлаев" хоккей командаһы урындағы "Барыҫ" менән осрашты.

"Салауат Юлаев" һуңғы ваҡыт көйәрмәндәрен ҡыуандырмай
"Салауат Юлаев" һуңғы ваҡыт көйәрмәндәрен ҡыуандырмай

Бөгөн Ҡаҙағстанда "Салауат Юлаев" хоккей командаһы урындағы "Барыҫ" менән осрашты.

Бөгөн кисен Өфөнөң "Салауат Юлаев" хоккей командаһы КХЛ лигаһының даими чемпионатында Астана ҡалаһынын "Барыҫ" менән осрашты. Башланғыс осорҙың тәүге минуттары башлап юлаевсылар «Барыҫ»тың ҡапҡаһы янында мәлдәр эҙләне, әммә ҡапҡасы ышаныслы эшләне. Юлаевсыларҙың әүҙемлеге үҙ емештәрен бирҙе. Александр Кадейкин беренсе гол авторы.

Өсөнсө осорҙа өфөләр оборонаға йүнәлтелгән һәм контратака манераһына эшкә тотондо. Астананың күптәре әүҙем эшләй. Беҙҙең һөлүмсе Евгений Тимкин дүрт минутлыҡ штраф алды. «Барыҫ»тар иҫәпте тигеҙләне. Боҙ «хужалар» дәртәләнеп китә һәм сиренаға бер нисә секунда минут ҡалғас улар икенсе гол индереп еңеү яуланы. 2:1  

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 6-сы урында. 37 уйын үткәреп 19-дә еңеүсе.

6 декабрь "Салауат Юлаев" Омск ҡалаһына юллана. "Авангард" командаһы менән сәкән киҫешәсәк. Башлана 18.30 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: