-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2023, 10:33

"Салауат Юлаев" хоккейсылары быйыл тик еңеүсе

Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы Мәскәүҙең "Динамо"һы менән сәкән киҫешәсәк. Алдағы өс уйында беҙҙекеләр кемде еңде?

4 ғинуар юлаевсылар Өфөлә Ярославль ҡалаһының "Локомотив" хоккейсыларын 2:1 менән еңде.

6 ғинуар "Салауат Юлаев" КХЛ-дың иң көслө командаһы, Санкт-Петербургтан СКА хоккейсыларын 5:1 иҫәбе менән еңде! Афарин!

8 ғинуар беҙҙең команда Магнитогорск ҡалаһында урындағы "Металлург" командаһын ҡоролай еңеп ҡайтты. Иҫәп 0:2.

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 5-се урында. 48 уйын үткәреп 26-да еңеүсе.

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: