+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2023, 12:35

26 секунд эсендә ике мәрәй

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы Мәскәүҙә урындағы "Динамо" менән осрашты.

26 секунд эсендә ике мәрәй
26 секунд эсендә ике мәрәй

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы Мәскәүҙә урындағы "Динамо" менән осрашты.

"Бәхет" был юлы "Динамо"ға йылмайҙы. Иҫәп 3:2. 2023 йыл юлаевсылар гел еңеп килде, тик бына Мәскәүҙә... Ләкин баш ҡалабыҙ көйәрмәндәрен юлаевсылар 26 секунд эсендә ике мәрәй алып тан ҡалдырҙы.

2:0 менән иҫәп ине. Данил Аймурзин гол индереүе була, 26 секунд үтеү менән Николай Кулемин "Динамо"ның ҡапҡасыһы менән алышта икенсе гол индереп ты ҡуя. 

Тик шайба ҡаҡлығып Мәскәү командаһын йәнә алға сығара. "Салауат Юлаев" көс туплай алмай.

Киләһе осрашыу 14 ғинуар. Беҙгә ҡунаҡҡа "Адмирал" килә. Башлана 16.30.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: