+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2023, 21:35

"Аҡ барс"ты ла еңдек беҙ!

Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатында "Салауат Юлаев" овертаймда "Аҡ Барыҫ" ты 2: 1 иҫәбе менән еңде.

"Аҡ барс"ты ла еңдек беҙ!
"Аҡ барс"ты ла еңдек беҙ!

Осрашыу аҙағында ике команда ла алдыңғыны бирмәне. Ҡазан командаһындаһында күпселеге Александр Радулов тырышты, әммә беҙҙең ҡапҡасы Илья Ежов ныҡ һаҡланы. Шакир Мөхәмәҙуллин "ҡунаҡтарға" көслө шайба осорҙо, ләкин "Аҡ барс"тың ҡапҡасыһы ныҡ торҙо. Һуңғы минуттарҙа юлаевсылар аҙсылыҡта ҡалды, һәм 3 секунд ҡалғас Василий Тиненов Татарстан командыһын алға сығарҙы. Икенсе осорҙа хужалар иҫәпте тигеҙләне - 21-се минутта юлаевсы Сергей Шмелев шайбаны оҫта индереүе менән бөтәһен хайран ҡалдырҙы.

Аҙаҡҡы 20 минутлыҡта ике команданың да алға сығыу мөмкинлеге булды.

Овертаймда ҡазанлылар атакаға 2-нән 1-гә сыға, әммә беҙҙең һаҡсы команданы ҡотҡарҙы. 64-се минутта Саша Хмелевский Кадейкиндан пас алды һәм Өфө командаһының еңеү шайбаһын индерҙе.

Иҫәп 2:1. Салауат - чемпион!

КХЛ-дың Көнсығыш турнир таблицаһында беҙҙең команда 6-сы урында. 55 уйын үткәреп 27-дә еңеүсе.

27 ғинуар "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" "Северсталь" командаһы менән сәкән киҫешәсәк. Башлана - 19.00. 

Фото: https://hcsalavat.ru/ 

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: