"Салауат Юлаев" хоккей командаһы КХЛ-дың һуңғы регуляр чемпионаты матчында "Металлург" командаһын 1:2 иҫәбе менән еңде. Һаумы плей-офф!
Осрашыу башында командалар бер береһенә һөжүм итте. Беренсе осор 0:0 иҫәбе менәнтамамланды.
Икенсе осор башында юлаевсылар аҙсылыҡта ҡалды, әммә оборонала бик яҡшы уйнаны. Хужалар 26-сы минутта иҫәпте асты. 1:0. Магнитогорск хоккейсылары алға сыҡты.
Һуңғы осорҙың 46-сы минутында беҙҙең һөжүмсе Алексей Пустозёров иҫәпте тигеҙләне.
Овертаймда ла командаларҙың көстәре бер иш булдып сыҡты. Тик буллиттар серияһында "Салауат Юлаев" көслөрәк булып сыҡты. Иҫәп 1:2. КХЛ-дың регуляр чемпионаты тамам. Хәҙер плей-офф. 1 һәм 3 март “Өфө-арена” боҙ һарайында "Салауат Юлаев" Владивостоктың “Адмирал”ы менән сәкән киҫешәсәк. Сәғәт 19.00 башланасаҡ.
Фото: https://hcsalavat.ru/