Бөгөн “Өфө-арена” боҙ һарайында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы плей-офф сирек-финал уйындарының беренсе осрашыуы үтте.
“Салауат Юлаев” Владивостоктың “Адмирал” командаһын “ҡунаҡ итте”. Әйтергә кәрәк, КХЛ-дың плей-оффтың көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһында юлаевсылар икенсе урынды биләгән. “Адмирал” иһә 7-се.
Беренсе осор командалар тиң уйнаны. Икенсе осор “ҡунаҡтар” иҫәпте беренсе булып асалар. Ләкин беҙҙең һөжүмсе Александр Хмелевский иҫәпте тигеҙләй. Өсөнсө осор көсөргәнешле үтә, ләкин иҫәп шул уҡ ҡала.
Уйын өҫтәлмә ваҡыт осорына күсә. Был осорҙа “Адмирал” көслөрәк булып сыҡты. 1:2.
Сирек финал иҫәбе 0:1. “Адмирал” алға сыҡты.
Киләһе уйын 3 март. “Өфө-арена” боҙ һарайы. Башлана 19,00.
фото: https://hcsalavat.ru/