Бөгөн “Өфө-арена” боҙ һарайы геү килде. КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы плей-офф сирек-финал уйындары үтә бында.
Өфө ҡалаһының “Салауат Юлаев” командаһы Владивостоктың “Адмирал”ы менән икенсе осрашты. Беренсе осрашыу беҙҙең команда өсөн шәптән булманы. Гөмүмән алғанда “Адмирал” көслө команда. КХЛ-дың даими чемпионатында был командалар 4 тапҡыр сәкән киҫеште. Иҫәп 2:2.
Беренсе осорҙа юлаевсыларҙың һаҡсыһы Шәкир Мөхәмәҙуллин командаһына беренсе мәрәй килтерә. “Адмирал”оҙаҡ көтөп торманы һәм ике минуттан иҫәпте тигеҙләй. Ләкин Данил Башкиров ҡапҡасыны оҫта үтеп уның арҡаһына шайбаны ҡаҡлыҡтырып бик “матур” гол индерә. Күт тә үтмәй Александр Кадейкин иҫәпте 3:1 итә.
Икенсе осор “Салауат Юлаев” команда өсөн бик уңышлы үтте. Иван Дроздов менән Александр Хмелевский берешәр мәрәй командаһына килтерә. “Адмирал” хоккейсылары яуап итеп бер гол индерә. Иҫәп 5:2.
Өсөнсө осор “Адмирал” хоккейсылары һөжүм артынан һөжүм итте, ләкин иҫәп үҙәрмәне. 5:2. “Салауат Юлаев” еңде!. Плей-офф иҫәбе 1:1.
5 март Владивосток ҡалаһының “Фетисов-арена”һында 3-сө осрашыу буласаҡ. Башлана 12.00 сәғәттә.
фото: https://hcsalavat.ru/