+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2023, 16:35

“Салауат Юлаев” - “Адмирал”. Плей-офф. 3-сө уйын

Овертайм юлаевсылар өсөн бик насар осор икән. Еңдем тигәндә генә "бәхет" ҡошо беҙҙең команданың ҡулынан оса ла китә. Ул ҡош аҡсарлаҡтыр буғай...

“Салауат Юлаев” - “Адмирал”. Плей-офф. 3-сө уйын
“Салауат Юлаев” - “Адмирал”. Плей-офф. 3-сө уйын

Владивостокта "Салауат Юлаев" хоккей клубы плей-офф серияһының өсөнсө матчында "Адмирал" командаһы менән йәнә осрашты. Уйын бөгөн, 5 мартта үтте һәм 3: 2 иҫәбе менән тамамланды. Өфө командаһы осрашыу барышында 0 - 2 иҫәбе менән алда бара ине. Берешәр мәрәй Артем Пименов һәм Николай Кулемин үҙ иҫәбенә яҙҙы. Ләкин алыҫ көнсығыш хоккейсылары ике шайбаны өсөнсө осор аҙағында индереп уйынды өстәлмә ваҡытҡа (овертайм) ебәрҙе. 77-се минутта матчҡа нөктәне хужалар ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Салауат Юлаев" серияһының тәүге уйынында ла овертаймда еңелде.

Серияла иҫәп - 2:1. "Адмирал" алға сыҡты.

7 март Владивосток ҡалаһының “Фетисов-арена”һында 4-се осрашыу буласаҡ. Башлана 14.30 сәғәттә.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: