"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарының дүртенсе матчында "Адмирал"ды 1: 0 иҫәбе менән еңде.
Юлаевсылар, бынан алдағы мачтарҙағы кеүек, беренсе осорҙо әүҙем башланы. "Диңгеҙселәр" оборонаны оҫта тотто, аҙаҡ күпселектә уйнау мөмкинлегенә эйә булды. Өфөләр бирешмәне.
Икенсе осорҙа боҙҙа бер нәмә лә үҙгәрмәгән тиерлек - юлаевсылар ныҡ торҙо, ә хужалар контрһөжүм яһыны. Өсөнсө осор тамамланыуға 6 минут ҡалғас, юлаевсыларҙың капитаны Григорий Панин яңы линиянан ҡеүәтле генә шайбаны ососрҙо һәм бөгөнгө осрашыуҙа берҙән-бер голды индерҙе. Серияла иҫәп - 2-2.
Командалар 9 мартта Өфөлә бишенсе матч уйнаясаҡ. 19.00 сәғәттә башлана.
фото: https://hcsalavat.ru/