Осрашыуҙың беренсе секундттарында “Салауат Юлаев” командаһының көйәрмәндәре әллә нисә литр валидол эскәндәр. Сөнки 52-се секундта үк ”Адмирал” беҙҙең командаға гол индерҙе. Күп тә үтмәй “диңгеҙселәр” икенсе гол индерҙе. Икенсе осорҙа иҫәп бөтөнләй 0:3 булып китте. Плей-оффта, “ҡоролай”, ояты ни тора, тип ауыр һуланы көйәрмәндәр. Боҙ һарайында ултырған халыҡ хатта шымып ҡалғандай булды. Ләкин икенсе осорҙа юлаевсыларға күпселектә уйнарға “бәхет” тәтене. Беҙҙең команда өсөн был бик уңайлы булды. Ике тапҡыр 4х3 уйнағанда “Салауат Юлаев” иҫәпте 2:3 итте. Командаға Михаил Науменков менән Алексей Пустозеров берешәр мәрәй килтерҙе.
Өсөнсө осор үтә көсөргәнешле булды. Һуңғы егерме минутлыҡ тамамланыуға 9 секунд ҡалғанда юлаевсылар иҫәпте тигеҙләй. 6х4 уйнанылар. “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһыҙ, “Адмирал”ға ике минут штраф. Ошо мәл Алексей Пустозеров командаһына икенсе мәрәй килтерә. 3:3. Уйын өҫтәлмә ваҡыт осорона күсә. Ә ул осорҙа беҙҙең командаға “күҙ тейгән” тиҙәр. 3:4, "Адмирал" алға сыҡты. серияла иҫәп 2:3.
Командалар 11 март Владивостокта алтынсы тапҡыр осрашасаҡ. 12.00 сәғәттә башлана.
фото: https://hcsalavat.ru/