+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март 2023, 11:30

"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре

Кубокка республиканың ҡала һәм райондарынан: Өфө, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура райондарының 50-нән ашыу спортсы килде.

"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре

2023 йылдың 18 мартында Сибай ҡалаһында традицион уҡ атыу буйынса "Ирәндек уҡсылары" клубы призына ярыштарҙың 2 этабы уҙҙы. Кубокка республиканың ҡала һәм райондарынан: Өфө, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура райондарының 50-нән ашыу спортсы килде. Атыу буйынса 18 метр арауыҡҡа һәм ФИТА40 дистанциянан атыу алып барылды. Ярышта яңы уйынсылар һәм профессионалдар ҡатнашты. Ике квалификация этабынан һуң ярымфиналдар уҙҙы. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр билдәләнде.

Ир-егеттәр араһында:

1-се урын - Өмөтбаев Тимур, Сибай ҡалаһы;

2-се урын - Иҫәнбаев Наил, Баймаҡ районы;

3-сө урын - Рахманғолов Ғәфүр, Баймаҡ районы.

 

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын - Әлиә Ишморатова, Бөрйән районы;

2-се урын - Наилә Ишкилдина, Бөрйән районы;

3-сө урын - Динә Вәлиева, Учалы районы.

 

Ярышта ОВЗ менән уҡсылар ҡатнашты:

1-се урын – Таһиров Мансур, Баймаҡ районы;

2-се урын - Абдрахманов Яҡуп, Сибай ҡалаһы;

3-сө урын - Фролов Станислав, Сибай ҡалаһы.

 

Башлансыҡтар (ҡатын-ҡыҙҙар)

1-се урын - Мырҙағәлина Фәнүзә, Баймаҡ районы;

2-се урын – Ибәтуллина Рәмзиә, Учалы районы;

3-сө урын - Ҡадыров Рәмзиә, Ғ. Сибай.

 

Башлансыҡтар (ир-егеттәр)

1-се урын -Ғайсин Фәһим, Ауырғазы районы;

2-се урын - Ғайсин Батырхан, Ауырғазы районы;

3-сө урын - Мосағафаров М.

 

Бөтә еңеүселәр грамоталар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградаланды.

"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
"Ирәндек уҡсылары" бәйгеһе еңеүселәре
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: