

Өфө уҡыусыһы Виктория Ширяева йөҙөү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында көмөш миҙал яуланы. Пензала «Волга буйы» балалар йөҙөү лигаһы ярыштары бара. Унда Рәсәйҙең 23 төбәгенән 68 клубтың вәкилдәре ҡатнаша.
Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11-12 йәшлек ҡыҙҙар араһында «брасс» менән 50 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә Виктория финишҡа 36,61 секунд эсендә килеп еткән.