+24 °С
Ямғыр
Спорт
24 Июнь 2023, 07:00

Башҡортостан спортсылары 28 миҙал яуланы

Башҡортостан спортсылары «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында 28 миҙал яуланы.

Башҡортостан спортсылары 28 миҙал яуланыБашҡортостан спортсылары 28 миҙал яуланы
Башҡортостан спортсылары 28 миҙал яуланы

Түбәнге Новгородта «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарының икенсе ярыш көнө тамамланды. Башҡортостан спортсыларында 28 миҙал, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Йөҙөүселәребеҙ 19 миҙал (7 алтын, 7 көмөш һәм 5 бронза) алды.

Дзюдосылар 9 миҙалға лайыҡ булды — 2 алтын, 2 көмөш һәм 5 бронза.

«Бик ышаныслы старт. Хәҙер бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа һәм ошо уҡ ритмда дауам итергә кәрәк. Рух ныҡлығы теләйем һеҙгә. Башҡортостан һеҙҙең менән», - тигән теләктәрен еткерҙе спорт министры.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-06-23/bashkirskie-sportsmeny-zavoevali-28-medaley-na-letnih-igrah-paralimpiytsev-my-vmeste-sport-3310779

Автор:Галина Бахшиева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас