+24 °С
Ямғыр
Спорт
9 Сентябрь 2023, 06:45

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер

Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән 1000-гә яҡын йәш спортсы сығыш яһай.

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призерБашҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер
Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова «Балтика старты» фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирының бронза призеры булды. 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар араһындағы ярыштар Ленинград өлкәһенең «Выборг» спорт комплексында бара. Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән 1000-гә яҡын йәш спортсы сығыш яһай. Ярыштарҙа фехтованиеның бөтә төрҙәре тәҡдим ителгән: рапира, ҡылыс, шпага. Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең Малена Шайморатова шпага менән шәхси алышта өсөнсө урынды яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-06/rapiristka-iz-bashkirii-malena-shaymuratova-stala-bronzovym-prizerom-vserossiyskogo-turnira-3421976

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер
Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер
Автор:
Читайте нас