+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2023, 21:35

«Салауат Юлаев» - “Металлург”. Нисек?

Бөгөн "Өфө-арена" боҙ һарайында юлаевсылар Магнитогорск ҡалаһының "Металлург" командаһы менән сәкән киҫеште.  

«Салауат Юлаев» - “Металлург”. Нисек?
«Салауат Юлаев» - “Металлург”. Нисек?

Бөгөн "Өфө-арена" боҙ һарайында юлаевсылар Магнитогорск ҡалаһының "Металлург" командаһы менән сәкән киҫеште.

Әйтергә кәрәк, КХЛ регуляр чемпионатының Көнсығыш турнир таблицаһында “ҡунаҡтар” беренсе урынды биләй.

Беренсе осорҙа “Металлург”тар ике мәрәй алып алға сыҡты. Икенсе осорҙа иһә “Салауат Юлаев” уларға бер гол индереп яуап бирҙе. Гол авторы беҙҙең яңы һөжүмсе Вячеслав Лещенко.

Өсөнсө осорҙа Өфө хоккейсылары ике тапҡыр штраф эскәмйәһендә ултырып сыҡты (Михаил Науменко менән Сергей Шмелев). Шуға, мин уйлайым, беҙҙең команданың хәле етмәне. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

1:2. Магнитогорск “Металлург” алға сыҡты.

14 сентябрь "Өфө-арена"ла "йәшел дерби" "Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/  

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: