Бөгөн "Салауат Юлаев" хоккей клубы КХЛ-дың яңы миҙгеленең икенсе өй серияһының беренсе матчын үткәрҙе. Өфөләр Силәбе "Тракторы" менән уйнаны. Көндәштәребеҙҙең осрашыуы боҙ хужаларының еңеүе менән тамамланды (5:3). Беренсе осорҙа "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе (15-се минут) Николай Кулёмин 1:0 һәм "Трактор"ҙың һаҡсыһы Виктор Антипин (20-се минут) 1:1 голдар менән алмаша. Икенсе осорҙа юлаевсылар алға сыға. Александр Шаров (22-се минут) 2:1 һәм Владислав Ефремов (24-се минут) 3:1. Әммә силәбе хоккейсылары икенсе өлөш аҙағына тиклем иҫәпте тигеҙләй: башта Михаил Котляревский (38-се минут) 3:2, ә һуңынан Александр Рыков (39-сы минут) 3:3. Йомғаҡлау өлөшөндә "Салауат Юлаев" үҙенең форварды Николай Кулёминдың дубле арҡаһында (41-се минут) йәнә алға сыға - 4:3. 59-сы минутта "Трактор"ҙың баш тренеры Әнүәр Ғәтиәтулин үҙенең голкиперы Зак Фукалены алтынсы ялан уйынсыһына алмаштырырға ҡарар итә, әммә тактикаһы һөҙөмтә бирмәй. Никита Зоркин хәл иткес гол индерә (60-сы минут) - 5:3.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдағы матчта "Салауат Юлаев" "Аҡ Барс"ҡа 2:4 иҫәбе менән еңелде.
Киләһе осрашыуын Виктор Козлов дружинаһы 29 сентябрҙә Магнитогорсктың "Металлург"ы менән үткәрә. "Өфө-арена" боҙ һарайы. Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).