-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Октябрь 2023, 11:08

Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!

1 октябрҙә Өфө районының Шамонино ауылы яланында Өфө районы Башлығы Кубогына милли яндан уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үтте. Был ярышта бөтөн Республиканан, күрше өлкәләрҙән йыйылған йөҙҙән ашыу билдәле спортсылар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.

Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!

Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!

Уҡ – иң боронғо ҡорал булған. Башҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу – ысын ирҙәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған. Бөгөнгө көндә таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән спорт төрҙәренең береһе ул милли яндан уҡ атыу.
Республикабыҙҙа милли яндан уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, оҫталыҡты камиллаштырыу, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Мәргән уҡсы” хәрәкәте йылдан-йыл үҙенә мәргәндәрҙе күберәк туплай. Уның Башҡортостанда билдәлеклек ала барыуы ҡыуандыра.
1 октябрҙә Өфө районының Шамонино ауылы яланында Өфө районы Башлығы Кубогына милли яндан уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үтте. Был ярышта бөтөн Республиканан, күрше өлкәләрҙән йыйылған йөҙҙән ашыу билдәле спортсылар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.
Үҙенсәлекле һәм сағыу тамаша алты этапта барҙы. Ирҙәр, ҡатындар, үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар тарихи халыҡ костюмдарында мәргәнлектә һәм сыҙамлыҡта ярышты. Иң көслө командалар еңеүсе тип танылды.
Беренсе урынды Салауат Юлбирҙин, икенсе урынды Даян Юлбирҙин, өсөнсө урынды Сынбулат Юлбирҙин яуланы. Команда этаптарында ла Юлбирҙиндар һәм Әлиә Ишморатова беренсе урынды яуланы. Был еңеүселәр барыһы ла Бөрйәндән килгән уҡсылар. Милли яндан уҡ атыу ярыштары башланғандан бирле Бөрйән уҡсылары беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. Республикала милли яндан иң яҡшы уҡ атыусылар һанала улар.
Турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе, үҙе лә шәп уҡсы, Рәис Жәүҙәт улы Низаметдинов, әлеге ваҡытта бөтөн Рәсәй төбәктәренә ҡарағанда милли яндан иң күп уҡ атыусылар – Башҡортостанда тип белдерҙе.

– Республикабыҙҙа милли яндан уҡ атыу менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта бара. Һуңғы йылда Яҡуттар ҙа бик ихлас шөғөлләнә. Бүрәттәр, Яҡуттар классик яндан, спорт, блок янынан көслө атыусылар һанала. Шулай ҙа, халыҡ һанына ҡарағанда, Башҡортостанда иң күп уҡтан атыусылар, – тине әлеге милли спорт төрөн яңынан тергеҙеүсе Рәис ағай.

Өфө районы Шамонин ауылында ике йыл “Юрмаш Мәргәне” исемле клуб эшләп килә. Клубтың әүҙем ағзалары Венера һәм Фәрит Юлдашбаевтар әйтеүенсә, халыҡ яҡын-тирә ауылдарҙан йөрөй “Юрмаш мәргәне”нә. Күнекмәләр Федоровка, унан Шмидтово клубтарында үтә ине. Тик әлеге көндә, ғөмүмән, һалҡындарҙа шөғөлләнеү өсөн аныҡ ҡына урыны юҡ был клубтың.
Турнир сиктәрендә ижади коллективтарҙың сығышы, төрлө һөнәр оҫталарының күргәҙмә-һатыу йәрминкәләре, балалар өсөн аттракциондар, заманса интерактив майҙансыҡтар эшләне. Иртәнән кискә тиклем байрам яланы осҡан уҡ тауышына ҡушылып, халыҡ менән бергә шаулап, йырлап, бейеп торҙо.
Рәсәй, Республика, район күләмендә милли яндан уҡ атыу ярыштарында тик призлы урындарҙы яулаусы, әлеге турнирҙа үҫмер малайҙар араһында беренсе урынға лайыҡ булған Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин “Аманат” журналы уҡыусыларына бер нисә кәңәшен дә бирҙе:
–Уҡтан атҡан мәлдә ҡорһаҡ, арҡа, күкрәк, ҡул мускулдары нығына. Тын алыу юлы, кәүҙә тотошо яҡшыра. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн аҙнаһына бер нисә тапҡыр күнекмә үтәм. Саф һауала яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү – минең өсөн үҙе байрам! – ти, беҙҙең уғатар батырыбыҙ.
   Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрөнөң республикабыҙҙа тағы ла киңерәк танылыуын теләйбеҙ!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Мәргәнлектә ярышты уҡсылар!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас