Башҡортостан спортсылары Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынды яуланы. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәсән Нуриев, Атам Барахоев, Карен Галстян, Урусхан-Бәк Балаев һәм Алихан Цечоев бронза миҙалдарға лайыҡ булды.
Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты Кемерово ҡалаһының «Кузбасс-Арена»һында үтте. Унда илдең 59 төбәгенән 500-ҙән ашыу спортсы иң көслөләр исеме өсөн көрәште.
Өфөлә лә Көрәш һарайы төҙөлә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 2019 йылдың авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт объектын төҙөү тәҡдиме сығыш яһаны.