+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2023, 10:36

"Салауат Юлаев" "Металлург"ты 6:2 иҫәбе менән еңде

"Салауат Юлаев" хоккей клубы Магнитогорск "Металлург"ын 6:2 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр итә Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәте.

"Салауат Юлаев" "Металлург"ты 6:2 иҫәбе менән еңде
"Салауат Юлаев" "Металлург"ты 6:2 иҫәбе менән еңде

"Салауат Юлаев" хоккей клубы Магнитогорск "Металлург"ын 6:2 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр итә Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәте. Командалар осрашыуҙы һаҡ ҡына башлай, бер-бер артлы ҡапҡаларға һөжүм итә. Етенсе минутта Александр Хмелевский хужалар ҡапҡаһына сыға, әммә голкиперҙы уҙып китә алмай. Бер минуттан Данил Башкиров иҫәпте аса. Шунда уҡ өфөләр ике минутҡа аҙ уйнай, ә һуңынан күпселекте тормошҡа ашыра: Артём Пименов пас ала һәм өсөнсө ынтылышта шайбаны ҡапҡаға ебәрә.

Ике минуттан Вячеслав Ефремов ҡапҡанан сыға һәм дәғүәсенән рикошет менән өфөләрҙең өсөнсө голын индерә, тренерҙар штабы Артем Загидулин урынына Александр Судницинды сығара. Голкипер алмашыныуға ҡарамаҫтан, 17-се минутта Башкиров юлаевсыларҙың өҫтөнлөгөн ҙурға еткереп, дубль яһай.

Икенсе осорҙа хужалар яңы көс менән сыға һәм Илья Ежов ҡапҡаһы янында бер нисә хәүефле момент тыуҙыра. Магнитогорскийҙарҙың өҫтөнлөгө булыуға ҡарамаҫтан, тигеҙ составта Алексей Василевский һөжүмгә ҡушыла, ҡапҡаға сыға һәм  миҙгелдә беренсе голын индерә.

Йомғаҡлау осоронда "Металлург" тәүге минуттарҙан уҡ Ежов ҡапҡаһына һөжүм итә башлай, әммә өфөләрҙең голкиперы ныҡ тора. 44-се минутта ҡунаҡтар аҙсылыҡта ҡала, ә хужалар йәнә ҡапҡасыны сығара, әммә юлаевсылар шайбаны үҙ зонаһында тотоп ала, һәм Башкиров буш ҡапҡаға шайбаны туп-тура ташлай, хет-трик яһай. Бынан һуң "Салават Юлаев" уйынсылары ҡаршы яҡтың сит зонаһында әүҙем ҡаплай һәм бер нисә тапҡыр тағы ла гол индерергә мөмкин була. Сиренаға дүрт минут ҡалғас, хужалар бер шайбаны кире ҡайтара. Бынан һуң Өфөләрҙең тренерҙар штабы ҡапҡасы Богдан Выприцкийға КХЛ-да дебют яһарға рөхсәт итә, әммә бер ярым минуттан һуң ғына магниткалар икенсе гол индерә.

"Салауат Юлаев" - "Металлург" 6:2.

10 октябрь "Өфө-арена"ла "Салауат Юлаев" - "Автомобилист" (Екатеринбург ҡалаһы). Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/  

"Салауат Юлаев" "Металлург"ты 6:2 иҫәбе менән еңде
"Салауат Юлаев" "Металлург"ты 6:2 иҫәбе менән еңде
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: