+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2023, 21:19

"Салауат Юлаев" - алға!

"Салауат Юлаев" КХЛ даими чемпионаты матчында үҙенең боҙ һарайында Екатеринбург ҡалаһынан "Автомобилист" командаһы менән осрашты.

"Салауат Юлаев" - алға!
"Салауат Юлаев" - алға!

"Салауат Юлаев" КХЛ даими чемпионаты матчында өйҙә "Автомобилист"ты 4:1 иҫәбе менән еңә. Өфөләр осрашыуҙы әүҙем башланы. Беренсе сменала уҡ команданың яңы уйынсыһы Джош Ливо үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Дүртенсе минутта хужалар иҫәпте аса: Артем Пименов зонаға инә һәм гол индерә. Ә ике минуттан Динар Хафизуллин һөжүмгә ҡушыла һәм өфөләрҙең өҫтөнлөгөн арттыра. Осрашыу уртаһында ҡунаҡтар күпселектә уйнарға мөмкинлек ала, әммә Александр Самоновтың ышаныслы уйыны екатеринбурглыларға айырылып торорға мөмкинлек бирмәй. Икенсе осорҙы "Салауат Юлаев" яңынан әүҙем башлап ебәрә: Сергей Шмелёв пятакта опеканан азат була һәм 3:0 иҫәбен төҙөй, КХЛ-да 300-сө мәрәй йыя. Һуңынан өфөләр күпселектә ҡала, һәм Саша Хмелевский өҫтөнлөктө тормошҡа ашыра, ул ҡунаҡтарҙың тренерҙар штабын ҡапҡасыны алмаштырырға мәжбүр итә. 20-се минут уртаһында "Автомобилист" бер шайбаны кире ҡайтара ала. Эпизодтарҙың береһендә Данил Алалыкин йәрәхәтләнә һәм майҙанды ташлап китә, әммә һуңынан Өфө командаһы эскәмйәһенә кире ҡайта. Командалар сиратлап һөжүм итеүен дауам итә, әммә иҫәп үҙгәрешһеҙ ҡала 4:1 беҙҙең команда файҙаһына.

13 октябрь "Өфө-арена" боҙ һарайында юлаевсылар Мәскәүҙең "Витязь" командаһын ҡабул итә. Башлана 19.00 (Өфө ваҡыты).

Фото: https://hcsalavat.ru/   

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: