+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь 2023, 14:20

"Салауат Юлаев" "Северсталь" командаһын еңде һәм еңеү серияһын биш матчҡа тиклем оҙайтты

Йома, 20 октябрҙә, КХЛ Чемпионатының 2023/24 миҙгелендә Өфөнөң "Салауат Юлаев" командаһы Череповецта "Северсталь" хоккейсылары менән сәкән киҫеште.

"Салауат Юлаев"  "Северсталь" командаһын еңде һәм еңеү серияһын биш матчҡа тиклем оҙайтты
"Салауат Юлаев" "Северсталь" командаһын еңде һәм еңеү серияһын биш матчҡа тиклем оҙайтты

Йома, 20 октябрҙә, КХЛ Чемпионатының 2023/24 миҙгелендә Өфөнөң "Салауат Юлаев" командаһы Череповецта "Северсталь" хоккейсылары менән сәкән киҫеште. "Салауат Юлаев" "Северсталь"ды 4:3 иҫәбе менән еңә. ХК-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө командаһы өсөн тәүге осор ауыр була. Ҡунаҡтар дүрт тапҡыр аҙсылыҡта уйнай, әммә бирешмәй. 4 - 5 уйын булыуға ҡарамаҫтан, өфөләр һөжүм итә. Алексей Василевский алыҫ позицияларҙан дәғүәсе ҡапҡаһына һөжүм итә, ә Александр Хмелевский бер-бер артлы һөжүмгә сыға. Шуға ҡарамаҫтан, команда иҫәбен аса алмай.

Икенсе осорҙоң бишенсе минутында уҡ Саша Хмелевский шайба индерә. Әммә өс минуттан да кәмерәк ваҡыт үткәс, хужалар иҫәпте тигеҙләй, ә тағы ярты минуттан алға сыға. "Северсталь" яғынан өҫтөнлөк булыуға ҡарамаҫтан, өфөләр профессиональ уйнай. Хмелевский күк һыҙыҡтан көтөлмәгән алыҫ ырғытыу яһай һәм командаһына икенсе мәрәй килтерә. 

Өсөнсө осорҙа өфөләр Череповсылар ҡапҡаһына йышыраҡ һөжүм итә башлай. 48-се минутта Александр Шаров командаһын тағы ла алға сығара. Һуңынан ҡунаҡтар аҙсылыҡта ҡала һәм өсөнсө шайбаны үткәрә. Уйын овертаймға барып етә, әммә Никита Зоркин сиренаға 23 секунд ҡалғас, шайба индерә һәм командаһына еңеү килтерә. "Салауат Юлаев" 19 матчта 24 мәрәй йыя һәм Көнсығыш конференция таблицаһында бишенсе урында килә.

Киләһе осрашыу "Салауат Юлаев" Минск ҡалаһында урындағы "Динамо" хоккейсылары менән осраша. Бер аҙна элек Өфөлә "Салауат" уларҙы 4:2 иҫәбе менән еңгәйне.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: