Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Раян Миһранов тыуған төйәгендә биатлон һәм шахмат буйынса чемпионат ойошторған, тип һөйләне Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының бүлек мөдире Зөлфиә Рәхмәтуллина Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында.
Студия ҡунағы билдәләүенсә, меценат үҙенең идеяһын республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Атайсал» проекты ярҙамында бойомға ашырған.
Бынан тыш, Раян Миһранов ауылдаштары менән ағастар ултыртҡан һәм парк асҡан, шулай уҡ ауыл халҡын республика гәзит-журналдарына яҙҙырған. Киләсәктә хоккей майҙанын төҙөп бөтөргә һәм ауылдың шишмәләрен таҙартырға тигән ниәте лә бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе указы менән 2023 йыл ошо проекттың дауамы булып торған Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителгәйне. Яҡташтарыбыҙҙың ҡылған изге ғәмәлдәре тураһында «Башинформ»дың махсус рубрикаһында уҡығыҙ.