"Салауат Юлаев" хоккей клубы икенсе тапҡыр Түбәнге Новгородтың "Торпедо" хоккесыларын "ҡоролай" еңде. Фонбет КХЛ даими миҙгеленең дүртенсе ҡунаҡ серияһы матчы беҙҙең команда файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү шайбаһын беренсе осорҙа һөжүмсе Артем Пименов "хужалар" ҡапҡаһына индерә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Салауат Юлаев" менән "Торпедо" 18 сентябрҙә Өфө-Арена боҙ һарайында осрашты. Улар араһындағы матч өфөләрҙең овертаймда еңеүе менән тамамланды (1:0).
Беҙҙең хоккей клубы күсмә турнеһын Омскиҙа тамамлай. 26 октябрҙә хоккейсылар боҙға "Авангард"ҡа ҡаршы сығасаҡ.
фото: https://hcsalavat.ru/